Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль 2020, 13:50

Үҙ йортоңа ни етә

Республика сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында тора.

Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса Башҡортостанда дүрт төбәк проекты раҫланған: «Торлаҡ», «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү», «Ипотека» һәм «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу».

2019 йылда республикала дөйөм майҙаны 2 млн. 372 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгөн. 2018 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес 3,2 процентҡа юғары. Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Татарстандан ҡала (2 млн. 675 мең квадрат метр) Волга буйы федераль округында беҙ икенсе урында торабыҙ, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, торлаҡтың 58% халыҡ үҙ иҫәбенә йәки кредит ярҙамында һалған, был 12,5 мең шәхси йорт тигән һүҙ Халыҡтың йән башына индерелгән торлаҡ майҙаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында дүртенсе урында.

Читайте нас: