Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Ғинуар 2021, 15:20

Бүләккә – район гәзите

Николай Сибирцев исемендәге Аксен агросәнәғәт колледжында үҙ ветерандарын бушлай район гәзитенә яҙҙырғандар.

Баҫмабыҙ район халҡының күбеһе өсөн элекке танышына, дуҫына, хатта ғаилә ағзаһына әйләнгән. Йылдан-йыл уҡыусыларыбыҙҙың һаны кәмеүе беҙҙе борсоуға һала, әлбиттә. Өлкән йәштә булыу сәбәпле кемдәрҙелер юғалттыҡ, әйтергә кәрәк, беҙҙең гәзитте уҡыусылар, башлыса, оло быуын кешеләре, кемдер баҫма версияға ҡарағанда электрон вариантты хуп күрҙе – заман шулай талап итә, ә ҡайһы берәүҙәрҙең гәзитте алдырмауына яҙылыу хаҡы сәбәпсе. Шулай ҙа, бер нәмәгә лә ҡарамай, баҫмабыҙға тоғро ҡалыусылар ҙа бихисап. “Әлшәй хәбәрҙәре”нең шундай тоғро дуҫтарының береһе булып бөйөк рус ғалимы Николай Сибирцевтың исемен йөрөтөүсе Аксен агросәнәғәт колледжы тора.

Уҡыу йортоноң уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре йыл һайын гәзиткә яҙылмай ҡалмай. Бына быйыл да улар район баҫмаһына яҙылыу тураһындағы үтенесебеҙҙе тәүгеләрҙән булып ишетте. Матбуғатҡа яҙылыуҙың төрлө вариантын – почта аша, корпоратив – ойошмалар буйлап таратыу, электрон юлдарын һайланылар. Һуңғы ысул башҡаларына ҡарағанда гәзитте бер көн алда уҡыу мөмкинлеге бирә. Ә иң мөһиме, Яңы йыл алдынан колледжда үҙ ветерандарына бүләк эшләп, 2021 йылдың тәүге яртыһына 20 дана гәзиткә яҙылырға ҡарар иттеләр. Хәҙер колледжда оҙаҡ йылдар хеҙмәт һалған уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр профсоюз ойошмаһы ярҙамында “Әлшәй хәбәрҙәре”нең яңы һанын бушлай алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Беҙ ысын күңелдән Аксен агросәнәғәт колледжы етәкселегенә, профсоюз ойошмаһына һәм коллективына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә беҙҙе шундай үҙ-ара хеҙмәттәшлек һәм, әлбиттә, яҡшы яңылыҡтар ғына берләштерер тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: