Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Ғинуар 2021, 12:00

“Яңы гәзитте ҡулға алыу - үҙе бер шатлыҡ”

Сираттағы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙыу осоронда, ноябь-декабрь айҙарында, редакция гәзит уҡыусылар яратып өлгөргән “Аҙна һайын бүләк” акцияһын үткәрҙе. Шуныһы шатлыҡлы, бөтә бүләктәрҙе район баҫмаһының тоғро дуҫтары отто. Улар араһында Раевкала йәшәүсе Николай Максимов та бар.

Николай Иванович егерме йылдан ашыу Себерҙә эшләгән, бөгөн ул хаҡлы ялда. Яратҡан тормош иптәше – Раевка үҙәк район дауаханаһы акушеры Татьяна Вячеславовна менән бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, өс ейәндәре бар. Медицина хеҙмәткәрҙәре династияһын бөгөн район дауаханаһында эшләп йөрөүсе ҡыҙы Анастасия Демидова дауам итә.

Николай Максимов бүләк артынан редакцияға Яңы йыл байрамы алдынан килгәйне. Мөләйем, яғымлы был гәзит уҡыусыбыҙ ғүмере буйына “Әлшәй хәбәрҙәре”н алдырған, ул баҫмаға элеккесә, почта аша яҙылыуҙы хуп күрә. “Яңы гәзитте почта йәшнигенән алыу күңелгә рәхәтлек бирә”, - ти ул. Квитанцияһын приз уйнатыуға ебәреп, бүләк отормон тип уйламай ҙа. “Бик шатмын. Ҙур рәхмәт, ижади эшегеҙҙә уңыштар һеҙгә”, - тип изге теләктәрен еткерҙе ул беҙгә.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: