Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Декабрь 2020, 17:25

Киләсәккә ҡарап йәшәйбеҙ

Гәзитте даими алдырыусыларға ла, тәүге тапҡыр “Әлшәй хәбәрҙәре”нә яҙылғандарға ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 2020 йыл дауамында беҙ бергә булдыҡ, бының өсөн һеҙгә бик рәхмәтлебеҙ.

Һәр кем үҙенә гәзитле булыуҙың уңайлы вариантын һайлағандыр. Иң мөһиме, яңы йылда ла һеҙ беҙҙең менән бергә буласаҡһығыҙ. Йылдан-йыл гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һаны кәмеүе беҙҙе хафаға һала, әлбиттә. Әммә бер нәмәгә лә ҡарамай, гәзитебеҙҙең баҫма версияһы бик күптәр өсөн элеккесә мөһим булып ҡала. Шуға күрә, сираттағы номерҙы әҙерләгәндә, беҙ төрлө темалар, жанрҙар, мәҡәләләр өҫтөндә эшләйбеҙ, ижади конкурстар уҙғарабыҙ. Ғәҙәттәге рубрикалар менән бер рәттән яңыларын да булдырабыҙ. Һеҙҙең менән тығыҙ бәйләнеште артабан да дауам итәсәкбеҙ.

Бөйөк Пушкин әйткәнсә: “Йөрәк киләсәк менән йәшәй”. Яңы йыл да – киләсәккә ышаныс, яңы өмөттәр, шыршы һәм мандарин еҫтәре аңҡыған бала саҡ байрамы. Яңы йылдың тәүге секундтарынан уҡ һәр кем мөғжизә көтә. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, теләгән теләктәрегеҙ мотлаҡ ҡабул булһын. Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тыныслыҡ һәм именлек теләйем. Туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ.

Быйылғы йыл тормошоғоҙға көтөлмәгән шатлыҡ-һөйөнөстәр алып килһен, һәр атҡан таң яңы өмөттәр менән тулы булһын. Изге ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ, ыңғай уй-ниәттәр менән, донъянан йәм табып, барыһын да һоҡландырып йәшәгеҙ!

Светлана ЖУКОВСКАЯ,

баш мөхәррир.

Читайте нас: