Эйе, бөгөн беҙҙең редакция урынлашҡан был бинала әле һаман да ҡыҙыҡһыныусан, тиктормаҫ балалар тауыштары яңғырағандай, үҙ эштәренә тоғро, талапсан педагогтарҙың тырыш хеҙмәте тураһында хәтирәләр һаҡланғандай. Бында ҡасандыр 39-сы тимер юл мәктәбе булған, һуңынан ул райондың 5-се төп дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелгән. Әммә үҙгәреш елдәре был белем усағын да урап үтмәй, хәҙер инде мәктәп бында уҡыған балаларҙың хәтерендә генә тороп ҡалған...
Шул мәктәптең сығарылыш уҡыусыларың береһе Рауза Әйүпова үҙенең сирек быуат ғүмерен райпоның дөйөм туҡланыу системаһына арнаған, һуңынан социаль хеҙмәткәр булып эшләгән. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн ул хаҡлы ялда, алты ейәнен ҡарауҙа ярҙамлаша.
Рауза Солтан ҡыҙы ғүмере буйы район гәзитенең тоғро уҡыусыһы булып ҡала. Киләһе йылға баҫмаға яҙылып, квитанцияһының күсермәһен аҙна һайын үткәрелгән приз уйнатыуға ебәргән һәм бүләк отҡан.