Сираттағы «Аҙна һайын бүләк» акцияһында еңеү яулаған Елена Садиҡова редакцияға бөгөнгө барлыҡ талаптарҙы үтәп, битлектә, бирсәткәләрҙә һәм үҙ аллы изоляцияла булғандарға кәңәш ителгәнсә, сәғәт 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем, бүләк артынан килде. Фотоға төшөрөү өсөн генә беҙ уны шәхси һаҡланыу сараларын һалырға күндерҙек.
- Гәзитте алғас та, уҡырға ултырам, бер генә яңылыҡты ла ҡалдырмайым. Бүләк отоуымды белгәс, бик һөйөндөм, әлбиттә, - ти Елена Семеновна.
Беҙҙең тоғро гәзит уҡыусыбыҙ “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылмай ҡалғаны юҡ.
- Беҙҙең подъезда гәзитте мин генә алдырам, күптәр ҡиммәт, тиҙәр, - тип борсола Раевка ауылындағы күп фатирлы йортта йәшәүсе ханым. – Хаҡтар арта шул, әммә нимә эшләйһең? Район баҫмаһынан башҡа булмай бит.
Ул бүләк уйнатыуға квитанцияларын даими ебәргән, бер нисә йыл элек бүләк тә отҡан булған, быйыл да уңыш уны ситләп уҙмаған.
Елена Семеновна оҙаҡ йылдар тимер юлда юл монтеры, артабан йыйыштырыусы булып эшләгән. Тормош иптәше менән 42 йыл татыу ғүмер кисерәләр, 148-се ПМС-та бергә эшләгәндәр, өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн тимер юлсыларҙың ғаилә династияһын улы Роберт дауам итә. Садиҡовтар бөгөн дә эшһеҙ ултырмай, Никифар ауыл Советының Александровка ауылында баҡса ултырталар, Елена Семеновна тыумышы менән шул яҡтарҙан, балаларын ҡунаҡҡа көтәләр, алты ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәйҙәр. Ә ял сәғәттәрен гәзит-журналдар, “Әлшәй хәбәрҙәре”н уҡып үткәрәләр.
Был көндәрҙә ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән район «Әлшәй хәбәрҙәре» район гәзитенә, 2021 йылдың беренсе яртыһына (йәки бер йылға) ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
Гәзиткә яҙылып, редакцияға бүләк уйнатыуға квитанция күсермәһен ебәрергә онотмағыҙ.