Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Ноябрь 2020, 16:05

Бүләк Себенлегә китә

Район гәзитен башҡорт телендә алдырыусы Әнисә Кашапова кер элгес отто.

Пандемияға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә. Шулай уҡ киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу ҙа бара. Шуныһы ҡыуаныслы, бик күптәр, хатта бөтә коллектив менән, уңышҡа ышанып, редакцияға яҙылыу квитанциялары күсермәләрен ебәрәләр. Ә улар араһында өс айға ғына яҙылыусылар ҙа бар. Тағын бер ҡат хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн төп шарт – гәзиткә ярты йылға, йәғни алты айға яҙылырға кәрәк.

Традицион “Аҙна һайын бүләк” акцияһы башланды ғына, бүләктәр күп әле, "Приз уйнатыуға" тигән тамға менән квитанцияларығыҙҙы көтәбеҙ, исем-шәрифтәрегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон номерын аңлайышлы яҙырға онотмағыҙ.

Ә тәүге еңеүсебеҙ Әнисә Кашапованы редакцияла эш көндәрендә документтар һәм яҙылыу квитанцияһы менән көтәбеҙ.

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы.

Читайте нас: