Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Октябрь 2020, 12:10

Бүләктәр һеҙҙе көтә

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыусыларҙы традицион “Аҙна һайын бүләк от” акцияһы көтә, бүләктәр яҡшы буласаҡ.

Беҙҙең даими гәзит уҡыусыларыбыҙ, айырыуса быға тиклем редакциянан бүләк алған тоғро дуҫтарыбыҙ, сираттағы приз уйнатыу тураһында иғлан иткәнде көтөп тә тормай, яҙылыу квитанцияларын беҙгә ебәрә башланы.

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыусыларҙы традицион “Аҙна һайын бүләк от” акцияһы көтә, бүләктәр яҡшы буласаҡ.

Шуға ла, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, акцияла ҡатнашҡығыҙ килһә, 2021 йылдың тәүге яртыһына район баҫмаһына яҙылығыҙ һәм квитанция күсермәһен редакцияға (Раевка ауылы, Киров урамы, 3) йәки [email protected] электрон почтаға “Бүләк уйнатыуға” билдәһе менән ебәрегеҙ. Исем-шәрифтәрегеҙҙе һәм адресығыҙҙы асыҡ итеп яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ, шулай уҡ телефон номерығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ.

Читайте нас: