Коронавирус инфекцияһы пандемияһы редакция эшенә лә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Беҙ элеккесә, Раевка почтамты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә инде матур йолаға әйләнгән Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөн үткәрә алманыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең күптәнге гәзит уҡыусыларыбыҙ элеккесә район баҫмаһына тоғро ҡалды.
Икенсе ярты йыллыҡта район үҙәгенең күп кенә хеҙмәт коллективтары “Әлшәй хәбәрҙәре”нә яҙылыуҙың альтернатив вариантына өҫтөнлөк бирҙе. Улар араһында 6-сы балалар баҡсаһын айырым билдәләп үтке килә, унда 51(!) хеҙмәткәр баҫмабыҙға яҙылған. Тултырылған абонементтар һаны буйынса икенсе урынды район хакимиәте биләй – унда 35 кеше гәзитебеҙҙе алдыра. 1-се балалар баҡсаһында – 28, Раевка 2-се мәктәбендә – 27, 2-се балалар баҡсаһында – 26, мәғариф бүлегендә һәм 3-сө баҡсала 22-шәр данаға яҙылғандар.
Пионерҙар йорто хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт тәүгеләрҙән булып альтернатив вариантҡа ла, гәзитте өйҙәрендә алдырыу өсөн хат ташыусылар аша ла әүҙем яҙыла, улар беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙа ярҙам итергә әҙер тора. Мәҙәниәт һарайы, гимназия, үҙәк китапхана, Раевка ауыл Советы һәм башҡа учреждениелар коллективтарына ла рәхмәт белдерәбеҙ, улар ҙа район гәзитенә күпләп яҙыла.
Киләһе йылда ла беҙҙең менән ҡалырһығыҙ, шатлыҡ-борсолоуҙарығыҙ менән уртаҡлашырһығыҙ, төрлө идеялар тәҡдим итерһегеҙ һәм беҙ бергәләшеп “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитен тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, уҡымлыраҡ итербеҙ, тип ышанабыҙ. Барығыҙға ла баҫмабыҙға тоғро ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙең менән ҡалығыҙ!