Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Июль 2020, 14:00

Матбуғатҡа 2021 йылдың беренсе яртыһына алдан яҙылыу дауам итә

Гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

“Рәсәй почтаһы” киләһе йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ағымдағы хаҡтар менән ваҡытынан алда яҙылыу кампанияһы үткәрә.

Гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Матбуғатҡа podpiska.pochta.ru сайтында, “Рәсәй почтаһы” мобиль ҡушымтаһында, барлыҡ почта бүлексәләрендә йәки хат ташыусылар аша яҙылырға мөмкин.

Бынан тыш, мәктәп-интернат, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә, ветерандарға, инвалидтарға, оло йәштәгеләргә йәки мохтаж кешеләргә ярҙам йөҙөнән матбуғатҡа яҙҙырырға була, тип хәбәр итә республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығы.

Шулай уҡ, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йылдың икенсе яртыһына район баҫмаһына яҙылыу 15 июлгә тиклем оҙайтылды.

Читайте нас: