Гәзиттә ниндәйҙер хата китә ҡалһа, уны иң тәүҙә Каррам Шәрифулла улы күрә. Редакцияға шылтыратып, мотлаҡ был турала ипле генә итеп әйтә һәм гәзиткә бәйле берәй фәһемле хәлде һөйләп, өгөт-нәсихәттәрен дә биреп ҡуя. Ә хәтирәләре уның бик күп, сөнки Каррам ағай алты тиҫтә йылдан ашыу “Әлшәй хәбәрҙәре”н алдыра. Уның хеҙмәт стажы – ярты быуат! Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда инженер-механик булып эшләй, биләмәгә ҡараған ауылдарҙа газ индерә, 12 йыл хужалыҡтың партия ойошмаһына етәкселек итә. Тормош иптәше Фәүзиә Шәйхетдин ҡыҙы менән һоҡланғыс өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәйҙәр. Хеҙмәт ветераны районыбыҙ, гәзитебеҙ һәм шәхсән үҙе өсөн юбилейлы 2020 йылда ла яратҡан баҫмаһынан айырылмай. Ғинуар аҙағында Әлшәй районы 85 йыллығын билдәләйәсәк, февралдә гәзитебеҙгә лә шунса уҡ йәш тула, ә 8 мартта Каррам ағайға 80 йәш тула!
Аралашыусан, ихлас, зирәк аҡыллы, көр күңелле ошо гәзит уҡыусыбыҙ “Әлшәй хәбәрҙәре”нән тәүге бүләкте алды ла инде – декабрҙә “Аҙна һайын бүләк” акцияһында Каррам Әхмәтов һыу фильтры отто.
Алина АНТИПИНА фотоһы.