Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Октябрь 2019, 18:24

Матбуғат һүҙе һәр өйҙә кәрәк

Был юлы гәзит уҡыусылар менән район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта осраштыҡ,

бында тәүге тапҡыр “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы һәм Раевка почтамты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолған Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрелде.

Сараны асып, район гәзите баш мөхәррире Светлана Ивановна Жуковская 2019 йылдың беренсе һәм икенсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса хеҙмәт коллективтарында район баҫмаһына яҙылыуҙы актив ойоштороусыларҙы – мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Факил улы Әкимбәтов, Пионерҙар йорто директоры Надежда Александровна Самойлова, Раевка гимназияһы секретары Валентина Ивановна Кобыляцкаяны билдәләп үтте.

Майҙанға әкренләп халыҡ йыйыла башланы. Социаль-мәҙәни үҙәк артистары үҙҙәренең йырҙары менән олоһоноң да, кесеһенең дә иғтибарын йәлеп итте. Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре күргәҙмә өҫтәлдәренә төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан район баҫмаларын ҡуйғайны. Улар шулай уҡ гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡлы конкурстар, викториналар ҙа әҙерләгән. Пионерҙар йорто ижади эшләнмәләр, бәйләнгән әйберҙәр, район гәзите һәм тыуған яҡҡа арналған матур һүҙҙәр яҙылған бокалдарҙың күргәҙмә-һатыуын ойошторҙо.

Почта хеҙмәткәрҙәре менән беҙ район баҫмаһына 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына квитанциялар тултырҙыҡ. Артабан гәзиткә яҙылыусылар ҡамыр ризыҡтары, тәмле ҡайнатмалар менән хуш еҫле самауыр сәйе эсте, уларҙы ихласлап редакция хеҙмәткәрҙәре һыйланы.

Иң әүҙемдәр район, республика гәзиттәре һәм журналдары тарихына бәйле викторина һорауҙарына яуап бирҙе, ижади конкурстарҙа ҡатнашты. Был көндө “Әлшәй хәбәрҙәре”нә беренселәрҙән булып яҙылған Елена Ивановна Морозова гәзитебеҙгә арналған шиғырын уҡыны.

- Барыһы ла яҡшы ойошторолған – бүләктәр, льготалы хаҡтар, сәй табыны, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты сараға килгән кешеләр. Күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән район гәзитенең ваҡыт үтеү менән һарғайған элекке һандарын барланы.

Ә 1961 йылда “Ильич юлы” тип аталған район баҫмаһының 1 сентябрҙәге һанын Раевка 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Иван Жуковский алып килгәйне. Гәзиттең беренсе битендә сәскә гөлләмәһе тотҡан, йылмайып торған беренсе синыф уҡыусыһы, күп йылдарҙан һуң район гәзите мөхәррире булырмын тип уйына ла килтермәгән ҡыҙ - уның өләсәһе!

Конкурстарҙа, викториналарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле приздар алды. Гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Улар араһында Рида апай Шәңгәрәева ла бар, баҫманы ул үҙенә генә түгел, ейәнсәренә һәм туғанына ла яҙҙырҙы. Шулай уҡ һуғыш ветераны Рәшит ағай Ғөбәйҙуллин, тыл эшсәне Турйән ағай Баһауытдинов, Сания апай Усманова һәм башҡалар район баҫмаһына квитанция тултырҙы. Был көндө гәзиткә бөтәһе 73 кеше яҙылды.

Мәғлүмәт технологиялары, электрон мәғлүмәт сараларының киң таралыуына ҡарамаҫтан, баҫма матбуғат һүҙе бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмай. “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите, элеккесә, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә сыға. Был күп милләтле халҡыбыҙ өсөн бик мөһим.

Акцияны үткәрергә ярҙам иткән мәҙәниәт бүлеге, Пионерҙар йорто, китапхана коллективтарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бағыусыларыбыҙ – шәхси эшҡыуар Ринат Мәхәмәтғәриф улы Зариповҡа, Әлшәй райпоһы етәксеһе Илдар Арон улы Мөхәмәтйәновҡа айырым рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Читайте нас: