Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Июль 2019, 14:22

“Бәхетле авто”ла кемдәр бүләк отто

Автоһәүәҫкәрҙәр ҡатнашлығында үткән акцияла алты кешегә бәхет йылмайҙы.

Билдәләнгән ваҡытҡа, алдан иғлан ителгән акция шарттарын күҙәтеп, гәзит уҡыусыларыбыҙ “Бәхетле авто”ла ҡатнашыу өсөн редакция эргәһендәге майҙанға йыйылды. Уларҙың ҡайһы берҙәре инде бер нисә тапҡыр беҙҙең приздарҙы отҡан, ә ҡайһылары акцияға тәүге тапҡыр килгән.

Был юлы бәхет район үҙәгенән пенсионер Иван Антонович Максимовҡа йылмайҙы, ул заряд ҡоролмаһы отто. Торонтайыш ауылынан Фәүзиә Байтимер ҡыҙы Мөхтәрованы ла уңыш ситләп үтмәне. Ул былтыр акцияла ҡатнашып, компрессор отҡан булһа, быйыл иһә буксирлау арҡаны алды. Раевкала йәшәүсе Петр Васильевич Максимчаға ла шундай уҡ бүләк эләкте, ул былтырғы приз уйнатыуҙа мини-компрессор отҡан булған.

Торонтайыштан Әғзәм Ғакиф улы Миңлеғәлиев “Аҙна һайын бүләк” акцияһында сәйнүк отһа, “Бәхетле авто”ла уға саң һурҙырғыс эләкте. Иҫке Аҡҡолай ауылынан Рәйеф Үзбәк улы Фәхретдинов менән район үҙәгенән Михаил Николаевич Луценко был сарала тәүге тапҡыр ҡатнаша. Береһенә - буксирлау арҡаны, икенсеһенә шоферҙар өсөн йыйылма эләкте.

- Бында янғын һүндергес тә, аптечка ла, аварияға бәйле туҡтау билдәһе лә бар, хәҙер бындай акцияларҙа һәр ваҡыт ҡатнашасаҡмын, - ти ҡәнәғәт йылмайып, 76 йәшлек Михаил Николаевич.

Акциялар тамамланды. Әммә икенсе ярты йыллыҡҡа район “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыу дауам итә. Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

Читайте нас: