Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Июнь 2019, 16:33

Район баҫмаһын яратып уҡыйбыҙ

Бәлки, ҡайһы берәүҙәр көлөмһөрәп баш сайҡар, әммә Гәзит-журналдарға яҙылыусылар көнөнә Раевка почтамтына килгән кешеләрҙең күбеһе тап шундай фекер белдерҙе.

Хәбәрсе эшенең еңел булмауын яҡшы белгән гәзит уҡыусыларыбыҙ был көндө лә беҙгә ярҙамға килеп, “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә 2019 йылдың икенсе яртыһына яҙылды. Улар иҫәбендә баҫмабыҙҙы даими алдырыусы Елена Морозова, Татьяна Гаврилова, Рида апай Шәнгәрәева (ул район баҫмаһына үҙе генә түгел, бүләккә туғандарына ла яҙҙырҙы) һәм башҡа бик күптәр бар. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларҙы матур бүләктәр менән ҡыуандырҙыҡ. Был көндө шулай уҡ Рәсәй почтаһы иғлан иткән бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылу ун көнлөгө сиктәрендә, үҙәк, республика баҫмаларына ла ярайһы ғына ташлама менән яҙылырға мөмкин ине.

Коллегаларым тураһында ла әйтеп үткем килә. Фәнүзә Суфиянова һәм Айгөл Мөхәмәтдинованы уҡыусыларыбыҙ гәзиттә баҫылған мәҡәләләре буйынса белһә, башҡа хеҙмәткәрҙәребеҙ тураһында улар бик хәбәрҙар түгел. Көн һайын район баҫмаһының һәр һанына намыҫлы һәм яуаплы инженер-версткалаусылар Рүзинә Һиҙиәтуллина һәм Лилиә Абдуллова бар тырышлығын һәм оҫталығын һала. Дубляж гәзиттәрендә бүлек мөдирҙәре Резеда Хөсәйенова һәм Люциә Филипова етәкселегендә тәжрибәле тәржемәселәр Роза Мохатова һәм Люзиә Ғиниәтулина эшләй.

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә бөтә материалдарҙы ҙур хеҙмәт стажына эйә, яуаплы секретарь Зилә Вәлиуллина тикшереп, төҙәтмәләр индереп әҙерләп ебәрә һәм һәр һанын контролдә тота.

Реклама өсөн яуаплы мөләйем ҡыҙыбыҙ Алина Антипина клиенттар менән һәр ваҡыт итәғәтле мөнәсәбәттә. Баш бухгалтер Алексей Козловский ҙа үҙ вазифаһын тырышып башҡара.

Ә беҙҙең әлшәйҙәргә яҡшы таныш, иғтибарлы етәксебеҙ, баш мөхәррир Светлана Жуковская барыһы өсөн дә яуап бирә.

Һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тырыш шоферыбыҙ Сергей Козловский гәзиткә яҙылыуҙың альтернатив алымын һайлаған ойошмаларға баҫмабыҙҙы ваҡытында илтеп еткерә.

Ҙур булмаған, әммә татыу коллективыбыҙ район йылъяҙмаһын булдырыусы баҫманың уҡыусылар күңеленә хуш килһен өсөн бөтә тырышлығын һала. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең ярҙамығыҙға ышанабыҙ, ҡәҙерле дустар, был юлы ла һеҙ 126 район баҫмаһына яҙылдығыҙ. Беҙгә шылтыратығыҙ, хаттар яҙығыҙ. “Әлшәй хәбәрҙәре”нә яҙылығыҙ һәм уҡығыҙ.

Читайте нас: