Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Февраль 2019, 16:48

Алексей Кириллов - иң яҡшы хат ташыусы

Алексей Георгиевич Кириллов кеүек почтальондар күберәк булһын ине!

Аксен почта элемтәһе бүлексәһе хат ташыусыһы Алексей Георгиевич Кириллов 2019 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу йомғаҡтары буйынса иң яҡшы өс почтальон иҫәбенә инде.

Тышта ҡарлы-буранлы ҡыш хакимлыҡ итә. Был көндө лә иртән-иртүк буран ҡотороуға ҡарамаҫтан, беҙ юлға сығырға баҙнат иттек. Ара-тирә фараларын балҡытып килгән автомобилдәрҙе уҙып, Хәнйәр ауылына барып еттек.

- Буран көндө килмәҫһегеҙ, тип уйлағайным, - тип ҡаршы алды беҙҙе Алексей Георгиевич.

Һалҡын тейҙереп ауырыуына ҡарамаҫтан, ул 200-ҙән ашыу йортҡа - Хәнйәр, Ярабайкүл, Андриановка һәм Биксағол ауылдарында йәшәүселәргә гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратҡан. Был эштә уға тормош юлдашы Гөлфиә, кесе ҡыҙҙары Альбина ла ярҙам иткән. Ул апайҙары Светлана һәм Лиана кеүек Раевкала йәшәй, әммә ата-әсәһе эргәһенә йыш ҡайта. Дүрт ейәндәре лә өләсәй-олатайҙары янына ҡайтырға ашҡынып тора.

Алексей Георгиевич Андриановка ауылында тыуған, 1983 йылдан алып Хәнйәрҙә йәшәй. Бәләбәй ауыл хужалығын мехникалаштырыу һәм электрлаштырыу техникумын тамамлағандан һуң, бер аҙ электрсы булып эшләгән, унан һуң армияға киткән. Ике йыл Мәскәүҙә хеҙмәт итеп, кесе сержант званиеһы алған егет артабан “Дружба” колхозында энергетик булып хеҙмәт һала. Ҡайраҡлы ауыл Советы хакимиәте башлығы булып та эшләгән. Оптималләштереүҙән һуң Аксен ауыл Советында белгес булып күсерелә. Ә 2013 йылда хат ташыусы булып эшләй башлай. Әлбиттә, был эш еңел түгел. Төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә, матбуғат баҫмаларына яҙҙыртырға, коммуналь хеҙмәттәргә түләү алырға, көнкүреш әйберҙәре һатырға кәрәк. Халыҡтыү күпләп гәзит-журналдар алдырыуы хат ташыусыға тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирә. Мәҫәлән, Хәнйәр ауылынан Гөлзийән Хисам ҡыҙы Бәширова, уға март айында 94 йәш тула, ҙур теләк менән татар телендә нәшер ителгән район гәзитен алдыра. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һайлау участкаһына тауыш бирергә лә үҙе бара. 75 йәшлек Сәриә Мирғәриф ҡыҙы Әһлиуллина ла унан ҡалышмай, район баҫмаһынан тыш, “Өмет”, “Диләфрүз” гәзиттәренә, “Тулпар” журналына яҙыла. Тәслимә Әбүбәкер ҡыҙы Әхмәтова һәм Әнисә Фәрит ҡыҙы Имамова ла бик күп ваҡытлы баҫмалар алдыра.

Ауылда йәш ғаиләләр аҙ, ир-егеттәр башлыса вахта ысулы менән Себерҙә эшләй. Хәнйәрҙә йәшәүселәрҙең күбеһе – пенсионерҙар. Алексей Георгиевичҡа ла күптән түгел алтмыш йәш тулған, әммә яңы пенсия реформаһына ярашлы. уға тағы ла ярты йыл эшләргә кәрәк әле. Иң мөһиме, бының өсөн шарттар булһын - ҡышын федераль трасса ҡарҙан таҙартылһын, ауылға инеү юлы булмаһа, кешеләр хаттарҙы һәм гәзит-журналдарҙы ваҡытында ала алмаясаҡ. Шулай уҡ йорт хужалары эттәрен бәйҙә тотһа, яҡшыраҡ булыр ине. Бер ваҡыт эт тешләгәндән һуң Алексей Георгиевичҡа хатта уколдар ҡаҙатырға тура килгән. Хат ташыусы башлыса йәйәү йөрөй, бына хәҙер ҙә Раевканан почта машинаһы килеү менән ул, гәзит-журналдарҙы барлап, Гөлфиә Зәйнулла ҡыҙы менән юлға сығасаҡ.

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыу тиражы бына шундай тырыш кешеләрҙең намыҫлы хеҙмәтенә бәйле. Беҙгә шулай уҡ район баҫмаһының гәзит уҡыусыларға ваҡытында барып етеүе лә бик мөһим. Алмаштырғыһыҙ ярҙамсыларыбыҙ – Алексей Георгиевич Кириллов кеүек почтальондар күберәк булһын ине!

2019 йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу йомғаҡтары буйынса Раевка – 1 почта бүлексәһенән хат ташыусы Римма Ғиләжетдинова – беренсе, Аксен ауылы почта бүлексәһенән Алексей Кириллов – икенсе һәм Түбән Әүрездән Рита Әхмәтова өсөнсө урынды алды.

Читайте нас: