Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Декабрь 2018, 11:07

“Бәхетле авто” акцияһы

Билдәләнгән ваҡытҡа “Бәхетле авто” акцияһы бүләктәрен уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн редакция алдына бик күп гәзит уҡыусыларыбыҙ йыйылды.

Уларҙы “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите баш мөхәррире С. И. Жуковская ихлас сәләмләне һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, приз уйнатыуҙа уңыштар теләне.

Хеҙмәткәрҙәребез Лүзиә Ғиниәтуллина һәм Лилиә Абдулова автоһәүәҫкәрҙәрҙең квитанцияларын ҡарап, акцияның бөтә шарттары ла үтәлеүен тикшерҙе. Артабан бәхетле номерҙарҙы билдәләү өсөн бер ҡатнашыусы саҡырып сығарылды һәм еңеүселәр асыҡланды. Уларға тантаналы рәүештә “Башҡортстан Республикаһы” нәшриәт йортонан бүләктәр тапшырылды.

Был юлы район үҙәгенән Тәлиғә Дибаеваға бәхет йылмайҙы. Сараға ул ул ҡыҙы Гүзәл менән килгәйне. Тәүҙә велосипед уйнатыуға квитанцияһын ебәрергә өлгөрмәүенә бер аҙ кәйефе ҡырылһа ла, автомобиль өсөн саң һурҙырғыс отҡас, ул бик ҡәнәғәт ҡалды.

- Тормош иптәшем менән 46 йыл ғүмер кисерәбеҙ, район гәзитен дә шунса уҡ ваҡыт алдырабыҙ, - ти Тәлиғә Хәмит ҡыҙы. Ул 38 йыл мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эшләгән, 18 йыл 5-се балалар баҡсаһында мөдир булған.

Икенсе еңеүсебеҙ Ыҫлаҡ ауылынан Тәүхит Ғәйет улы Зәкиев та район баҫмаһын күптән алдыра. Ул элек тракторсы булып эшләгән. Был гәзит уҡыусыбыҙ юлда йөрөгәндә бик кәрәкле әйбер - ашығыс ярҙам аптечкаһы отто.

Раевка ауылынан 35 йыл электровоз машинисы булып хеҙмәт һалған Өлфәт Тәлғәт улы Тәхәүетдинов үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй. Уға автомобиль компрессоры эләкте.

Шафрандан Андрей Владимирович Биликка ике тапҡыр бәхетле билет сыҡты. Элегерәк үткән “Аҙна һайын бүләк” акцияһында ул сәй бешереү сәйнүге отһа, был юлы автомобиль аккумуляторына заряд ҡоролмаһы алып ҡыуанды.

Ә акцияла ҡатнашҡан башҡа гәзит уҡыусыларыбыҙға иҫтәлеккә Яңы йыл календарҙары таратылды.

Читайте нас: