Әлшәй хәбәрҙәре
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Декабрь 2018, 14:35

Шәп бүләк!

Күптәнге гәзит уҡыусыбыҙ, спортсы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы Һәүбән Тажиев гәзитебеҙҙең төп бүләген бына шулай баһаланы.

Хәбәр итеүебеҙсә, республика юбилейына “Башҡортостан Республикаһы” матбуғат йорто “Яратҡан гәзит уҡыусыларыбыҙға 100 велосипед” акцияһы иғлан итте. Был приз район, ҡала һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында уйнатыла. Велосипедтарҙың береһе беҙҙең район баҫмаһын алдырыусыға эләгәсәк.

Акцияла ҡатнашыу өсөн “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә 2019 йылдың тәүге яртыһына йәки бер йылға яҙылырға һәм 15 декабргә тиклем редакцияға квитанция күсермәһен килтерергә (ебәрергә) кәрәк. Төп бүләк – велосипедҡа (ул редакцияла инде) лайыҡ булған бәхетле кешенең исеме декабрь аҙағында билдәле буласаҡ.

- Илебеҙҙә етештерелгән был тауҙа йөрөй торған велосипед сифаты яғынан да һынатмай. 18 тиҙлек режимында, еңел алюмин рамлы, бер һүҙ менән әйткәндә, бик шәп бүләк! Уны отҡан кеше – ысынлап та бәхетле! – ти гәзит уҡыусыбыҙ Һәүбән Бәҙретдин улы.


Читайте нас в