Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Ноябрь 2018, 15:19

“Миксер ҙа оттоҡ, ҡаҙ өмәһенә лә өлгөрҙөк”

- Ҡар яуып торһа ла, нисәмә йылдар яратып уҡыған гәзиттән бүләкте иртән-иртүк килеп алырға булдыҡ.

Ябалаҡлап яуған ап-аҡ ҡарҙар менән ауылдарҙа шаулап-гөрләп ҡаҙ өмәләре лә башланды. Элек-электән ҡаҙҙың ите, тәпәйе ҡарға баҫыу менән татлана тип иҫәпләнә. Халыҡ был сараларҙы күңелле байрам итеп ҡабул итә, сөнки өмә ҡошто салып таҙартыу ғына түгел бит әле, ә бер-берең менән матур итеп аралашыу, күңел асыу, донъяуи мәсьәләләр хаҡында гәпләшеп-һөйләшеп ултырыу өсөн дә бик шәп бер сәбәп.

Был аҙнала район “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите үткәргән “Аҙна һайын бүләк” акцияһында еңеп, миксер отҡан Зөлфирә еңгә һәм Фәсим ағай Мөхәмәҙиевтар ҙа ең һыҙғанып ҡаҙ өмәһенә барырға йыйына ине.

- Ҡар яуып торһа ла, нисәмә йылдар яратып уҡыған гәзиттән бүләкте иртән-иртүк килеп алырға булдыҡ. Үҙебеҙҙең ҡаҙҙарҙы йолҡтоҡ инде, бөгөн күршеләр саҡырғайны. Бер ыңғайҙан ҡыҙҙарға ла бүләгемде күрһәтермен, - тип ҡыуанысын йәшермәй, хәбәрен теҙҙе Зөлфирә еңгә.

Мөхәмәҙиевтар Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында ғүмер итә, хаҡлы ялға сыҡҡансы икеһе лә малсылыҡ тармағында хеҙмәт һала. Бөгөн дә йәштәрҙән ҡалышмай, ихата тултырып мал аҫрай, гөрләтеп донъя көтә улар. Ә инде буш ваҡыттарында рәхәтләнеп “Әлшәй хәбәрҙәрен” һәм башҡа гәзит-журналдар уҡыйҙар.

Читайте нас: