Приздар кемгә эләкте һуң? Раевка ауылынан Нур Фәйзуллинға, ул район баҫмаһына бер йылға яҙылды, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Фәсим Мөхәмәҙиевҡа һәм район үҙәгенән Татьяна Григорьеваға бәхет йылмайҙы. Уларҙы редакцияла яҙылыу квитанцияһы һәм документтары (паспорт, ИНН, СНИЛС) менән көтәбеҙ.
Матбуғатҡа яҙылыу дауам итә, бүләктәр күп әле, ә төп приз – велосипед. Ике тәгәрмәсле транспорт, иҙәнгә ҡуйыла торған үлчәү, миксер, йылылыҡ вентиляторы отоу өсөн “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә 2019 йылдың тәүге яртыһына йәки бер йылға яҙылырға һәм квитанция күсермәһен 15 декабргә тиклем редакцияға килтерергә (ебәрергә) кәрәк.
Реклама хоҡуҡтарында