Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ноябрь 2018, 11:27

Сәйнүк, ҡоймаҡ өсөн һауыт, стакандар йыйылмаһы

Вәғәҙә итеүебеҙсә, был аҙнала “Аҙна һайын бүләк” акцияһының тәүге еңеүселәре билдәле булды.

Раевканан Галина Цырульникка, Шафрандан Рәмилә Ибраһимоваға һәм Ыҫлаҡтан Салауат Насировҡа бәхет йылмайҙы.

Һеҙҙе бүләктәр менән редакцияла көтәбеҙ, яҙылыу квитанцияһын, паспортығыҙҙы, ИНН һәм СНИЛС алып килергә онотмағыҙ.

Алда тағы бик шәп бүләктәр көтә, төп приз – велосипед булыуын да онотмағанһығыҙҙыр. Әммә шуға иғтибар итегеҙ, приз уйнатыуҙа 15 декабргә тиклем гәзиткә яҙылғандар ғына ҡатнаша. Тимәк, оҙаҡҡа һуҙмай ғына квитанция тултырып, күсермәһен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ. Бәлки, ике тәгәрмәсле транспорт тап һеҙҙеке булыр!

Реклама хоҡуҡтарында

Читайте нас: