Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ноябрь 2018, 12:34

Велосипед һәм башҡа бүләктәр

Эйе, киләһе йылға район баҫмаһына яҙылған гәзит уҡыусыларыбыҙҙы башҡа ҡиммәтле бүләктәр ҙә көтә.

Мәҫәлән, велосипед менән бергә иҙәнгә ҡуйыла торған үлсәү, миксер, йылылыҡ вентиляторы уйнатыласаҡ. Был Яңы йылға бик яҡшы бүләктәр буласаҡ!

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы бик күп гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә хуш килде. Һеҙҙе шатландырырға ашығабыҙ: был аҙнала уҡ акцияның тәүге еңеүселәре билдәле буласаҡ, улар бүләккә сәй йыйылмаһы, салат һауыттары йәки башҡа матур һауыт-һаба аласаҡ.

Ә шоферҙар үҙҙәре яратып өлгөргән “Бәхетле авто” акцияһын түҙемһеҙләнеп көтә. Был юлы бүләккә автокомпрессор, аптечка, зарядка яйланмаһы һәм “тимер ат”ығыҙ өсөн саң һурҙырғыс уйнатыла.

Был бүләктәрҙе нисек отырға һуң? Бик ябай ғына. 2019 йылдың беренсе яртыһына “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылығыҙ һәм квитанцияһы күсермәһен редакцияға килтерергә йәки ебәрергә онотмағыҙ. Шунан һуң инде приздар тап һеҙҙеке буласаҡ!

Район баҫмаһына почта элемтәһенең теләһә ниндәй бүлексәһендә, хат ташыусылар аша, шулай уҡ редакцияның үҙендә (Раевка ауылы, Киров урамы, 3) яҙылырға мөмкин. Бында шулай уҡ альтернатив алым менән дә (гәзитте шишәмбе һәм йома көндәрҙә редакциянан үҙегеҙгә килеп алырға) квитанция тултырырға була. “Әлшәй хәбәрҙәре”нең электрон вариантына http://rbsmi.ru сайтында яҙылырға мөмкин.

Реклама хоҡуҡтарында

Читайте нас: