Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Октябрь 2018, 12:40

Ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу ун көнлөгө. Хаҡтар кәметелде

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,“Рәсәй почтаһы” матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үткәрә,

уның сиктәрендә 14 октябргә тиклем 2019 йылдың тәүге яртыһына район “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә ташламалы хаҡ – 714 һум 72 тингә яҙылырға мөмкин.
Альтернатив подписка хаҡы – алты айға - 490 һум (гәзитте редакциянан үҙегеҙгә килеп алырға), ойошмаларға илтеп биреү – 520 һум.
Гәзиткә хат ташыусылар аша, элемтә бүлексәләрендә, шулай уҡ редакцияның үҙендә яҙыла алаһығыҙ. “Әлшәй хәбәрҙәре”нең электрон вариантына яҙылыу http://rbsmi.ru сайтында ҡабул ителә.
Традиция буйынса матбуғатҡа яҙылыу осоронда беҙ бүләктәр уйнатабыҙ. Шуға күрә, ярты йыллыҡҡа подписканы оҙайтып, квитанция күсермәләрен редакцияға - Раевка ауылы, Киров урамы, 3 адресына йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә онотмағыҙ. Даими гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ниндәй бүләктәр көтә? Был хаҡта мотлаҡ хәбәр итәсәкбеҙ.
Реклама хоҡуҡтарында
Читайте нас: