Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Июль 2018, 12:35

“Бәхетле авто”ла кемгә бәхет йылмайҙы

Бына автоһәүәҫкәрҙәр араһында үткәрелеүсе йәнә бер акциябыҙ тамамланды.

Инде матур йолаға әйләнгән “Бәхетле авто” приздарын уйнатыуҙа ҡатнашырға күптәргә әллә көндөң артыҡ эҫе булыуы ҡамасауланы, әллә бөтмәҫ йәйге мәшәҡәттәрҙән арына алманылар, килеүселәр аҙ ине, әммә тәғәйенләнгән ваҡытҡа иң әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ редакция эргәһенә йыйылды.

Дүрт приз - дүрт бәхетле сан. Улар кемдәргә эләкте һуң? Һәр ваҡыттағыса, был юлы ла акцияла тәүге тапҡыр ҡатнашҡандарға бәхет йылмайҙы. “Мин дә беренсе тапҡыр килдем һәм бына шоферҙар йыйылмаһы оттом”, - ти ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, элек юл ремонтлау-төҙөү идаралығында 40 йыл бульдозер машинисы булып эшләгән, хәзер инде хаҡлы ялда булған Иван Антонович Максимов.

50 йылдан ашыу водитель булып хеҙмәт һалған Юрий Алексеевич Божко ла акцияла тәүге тапҡыр ҡатнашты һәм автокомпрессор отто.

Торонтайыш ауылында йәшәүсе Фәүзиә Байтимер ҡыҙы Мохтарова ла күптән компрессор хаҡында хыялланған икән. Әле бына хыялы тормошҡа ашты. “90-сы йылдарҙа уҡ руль артына ултырҙым,- ти Фәүзиә апай. - Ғүмерем буйы Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт драма театрында баш бухгалтер булып эшләнем, хаҡлы ялға “Башҡортостан энциклопедияһы” фәнни нәшриәтенән киттем. Хәҙер бына ауылда шәхси хужалығым бар. 25 йыл машина йөрөтәм. Йондоҙнамә буйынса мин - Арыҫлан һәм Ҡыҙ. Тыныс сағымда үҙемде Ҡыҙ итеп хис итәм, эшләйем икән, арыҫландай эшләйем”.

40 йыл “Ашығыс ярҙам” машинаһын йөрөткән Петр Васильевич Максимчаға ла һәр ваҡыт уңыш юлдаш. Элегерәк ул “Бәхетле авто”ла мини-компрессор отҡайны. Әле лә уға бәхет йылмайҙы.

Приз уйнатыуҙа ҡатнашыусылар бүләктәрҙән ҡәнәғәт ҡалды, ә редакция хеҙмәткәрҙәре уларға ихлас теләктәрен еткерҙе. Әммә район “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу дауам итә әле. Киләсәктә лә тоғро уҡыусыларыбыҙ менән бергә булырбыҙ,тип өмөтләнәбеҙ.

Читайте нас: