Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Май 2018, 17:44

Шарҙар, бүләктәр, күңелле музыка менән

Һәм, әлбиттә, һеҙҙең менән ихлас аралашып үтте, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, Раевка почтамтында Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө.

Сара ғәҙәттәгесә күңелле мәшәҡәттәрҙән башланды, гәзит-журналдар тәртипкә һалынды, бүләктәр ҙә ҡуйылды һәм почтамт, район гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре матбуғат баҫмаларына яҙылырға теләгәндәр һәм район гәзитенең тоғро дуҫтары менән осрашырға әҙерләнде.

Район баҫмаһын да алдырмай булмай инде, ти ҡайһы берәүҙәр. Икенселәре гәзитселәрҙе әрләй, өсөнсөләре иһә, әйткәндәй, улар күпселекте тәшкил итә, бер һүҙһеҙ килеп яҙыла ла, һәр битен яратып уҡып сыға. Был көндө лә беҙҙең күптәнге һәм тоғро уҡыусыларыбыҙ – Венер Зәкиев, Ирина Данилова, Дамира Хисамова, Татьяна Сабитова, ирле-ҡатынлы Раевскийҙар, Гөлнара Фәсхетдинова, Руслан Шәймөхәмәтов, Минзада Латипова, Венера Фәйезова, Ирина Иванова, Лилиә Күсемова, Кәүсәрә Сабирова һәм башҡалар “Әлшәй хәбәрҙәре”нә ҙур теләк менән яҙылды. Сарала бөтәһе 65 кеше район баҫмаһына квитанция тултырҙы. Уларҙың барыһына ла ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Читайте нас: