Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Апрель 2018, 11:27

Тыуған яғың баҫмаһына яҙыл!

Икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу башланыу менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Тыуған яғың баҫмаһына яҙыл!” марафоны үткәрә.

Икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу кампанияһы башланыу менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, ә беҙҙең Әлшәй мәғлүмәт үҙәге (“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы) уның филиалы булып тора, “Тыуған яғың баҫмаһына яҙыл!” марафоны үткәрә.

Был осорҙа беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙур булмаған, әммә көнкүрештә бик тә файҙалы бүләктәр ота ала. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң? Беренсенән, икенсе ярты йыллыҡҡа кәмендә алты айға район баҫмаһына яҙылырға, икенсенән, Раевка ауылы, Киров урамы, 3 адресы буйынса редакцияға квитанция күсермәһен ебәрергә. Һәм һеҙ “Аҙна һайын бүләк” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ.

“Бәхетле авто” акцияһында автомобилегеҙгә аксессуарҙар оторға теләйһегеҙме? Бының өсөн “Әлшәй хәбәрҙәре”нә яҙылып, редакцияла махсус наклейка алығыҙ һәм июндә приз уйнатыу көнө тураһындағы белдереүҙең гәзиттә баҫылып сыҡҡанын көтөгөҙ!

Ә район гәзитенә һәм бер республика баҫмаһына (гәзит йәки журнал) алты айға яҙылыусыларҙы “Суперприз от!” акцияһы көтә. Төп приз – телевизор һәм юлдаш телевидениеһы приемнигы. Бүләктәр араһында шулай уҡ һеҙҙе ике телевизор, өс юлдаш телевидениеһы приемнигы һәм ун биш планшет бар. Бының өсөн квитанция күсермәләрен 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона, ваҡытлы баҫмаларҙы таратыу бүлегенә ебәрергә онотмағыҙ. Суперприздар Өфөлә сентябрь айында уйнатыласаҡ.

Реклама хоҡуҡтарында

Читайте нас: