Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Декабрь 2017, 17:30

“Бәхетле авто” саҡыра

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы барышында редакцияға бүләк алырға килгән ир-егеттәрҙең күбеһе, призға машинамы әллә, тип шаяртты.

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы барышында редакцияға бүләк алырға килгән ир-егеттәрҙең күбеһе, призға машинамы әллә, тип шаяртты.
Автомобиль йөрөтөүселәргә лә бүләк буласаҡ, тип ышандырҙыҡ беҙ гәзиткә яҙылыусыларҙы. Дөрөҫ, машина түгел инде, әммә бик кәрәкле аксессуарҙар: өс автокомпрессор һәм шоферҙар йыйылмаһы буласаҡ. Бының өсөн район баҫмаһына киләһе йылға кәмендә алты айға яҙылып, редакциянан махсус наклейка алырға һәм “Бәхетле авто” акцияһының ҡасан уҙасағы тураһында белдереү баҫылғанын көтөргә кәрәк ине.
Ниһайәт, гәзиткә яҙылған бөтә шоферҙарға вәғәҙә ителгән приз уйнатыу көнөн хәбәр итәбеҙ. Ул 26 декабрҙә 13 сәғәттә Раевка ауылы, Киров урамы, 3 адресы буйынса уҙасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, машинағыҙҙың артҡы быялаһына махсус наклейканы йәбештереп килеү зарур!
Алда тағы бер аҙна ваҡыт бар, бәхетен һынап ҡарарға теләүселәр “Әлшәй хәбәрҙәре”нә яҙылып, наклейка алырға өлгөрә әле. Бәлки, тап һеҙҙең автомобиль иң бәхетлеһе булыр!
Реклама хоҡуҡтарында
Читайте нас: