Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Декабрь 2017, 13:51

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

Бик күп гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырған “Аҙна һайын бүләк” акцияһы ла аҙағына килеп етте.Туғыҙ аҙна эсендә район гәзитенә 2018 йылдың беренсе яртыһына яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында 36 бүләк уйнатылды. Ҡайһы берәүҙәр баҫмабыҙға бер йылға яҙылды һәм шулай уҡ матур бүләктәр отто.

Акцияның һуңғы аҙнаһында Чайкино ауылынан Мәхмүзә Ваһаповаға, район үҙәгенән Айгөл Вәлиева, Венера Павлуткина һәм Рәшит Ғиззәтуллинға уңыш йылмайҙы.
Һеҙҙе редакцияла эш көндәрендә көтәбеҙ, үҙегеҙ менән яҙылыу квитанцияһы, документтарығыҙҙы (паспорт, ИНН, СНИЛС) алып килергә онотмағыҙ. Хәҙер, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, квитанцияларҙы ебәрергә кәрәкмәй. Әммә кәйефегеҙ төшмәһен. Бер акция тамамланды, инде һеҙҙе икенсеһе, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн “Бәхетле авто” акцияһы көтә. Бының өсөн гәзиткә яҙылып, редакциянан махсус наклейка алығыҙ һәм бүләк уйнатыу көнө тураһында белдереүҙе көтөгөҙ. Тиҙҙән, декабрь аҙағында, был акцияның да еңеүселәре билдәле буласаҡ.
Читайте нас в