Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
20 Ноябрь 2020, 12:15

“Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!”

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә, беҙ һеҙҙән квитанциялар көтөп ҡалабыҙ. Әгәр район һәм йәнә бер республика баҫмаһына яҙылғанһығыҙ икән, республика акцияһында ла ҡатнаша алаһығыҙ, унда бик күп ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

Был аҙнала башланған “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ноутбук, телевизор, һыуытҡыс, электросамокат, ҡар таҙартҡыс, шулай уҡ үҙенсәлекле приздар – “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсыларының автогрофтары менән джерси, “Өфө” футбол клубы уйынсыларының автографы менән футболка уйната.

Акцияла ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә?

1.“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң кәмендә ике баҫмаһына (береһе - “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите) 2021 йылдың беренсе яртыһына йәки бер йылға яҙылығыҙ.

2.Квитанция күсермәләрен һәм ҡатнашыу өсөн заявканы (исем-шәрифегеҙҙе һәм телефон номерығыҙҙы күрһәтеп) 2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто йәки “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” тамғаһы менән [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.

Белешмәләр өсөн тел. 8 (347) 226-99-54.

Реклама хоҡуҡтарында

Читайте нас: