Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
4 Сентябрь 2020, 19:30

“Яратҡан гәзитемә рәхмәт”

“Әлшәй хәбәрҙәре”нә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса төп призға Чайкинола йәшәүсе Гөлсинә Ғарипова эйә булды.

Шулай тура килеүен әйт әле, приз уйнатыуҙа еңеүе тураһында шатлыҡлы хәбәрҙе Гөлсинә Сафа ҡыҙы тап тыуған көнөндә ишетә. Тимәк, бер тоҡ шәкәр ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма-компоттар әҙерләгән мәлдә урынлы булып ҡына ҡалманы, тыуған көнгә бүләк булып та иреште.

Мөләйем, көләс йөҙлө Гөлсинә ханым Шафран ауылында тыуып үҫкән. Йәш сағында ғаиләһе менән Урта Азияла йәшәгән, бынан өс тиҫтә йыл элек тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, Чайкино утарында төпләнгәндәр. Балалар баҡсаһында мөдир булып хеҙмәт һала, ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Йәш сырайлы ханымды хаҡлы ялда тип әйтмәҫһең дә. Бөгөн ул, бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары кеүек, өй мәшәҡәттәре менән мәшғүл, йәшелсә-емеш үҫтерә, бал ҡорттары тота. Йәй көнө ейәндәре өләсәйҙәре янында ҡунаҡ булырға ярата.

Йорт мәшәҡәттәренә сумып, Гөлсинә Сафа ҡыҙы рухи аҙыҡ тураһында ла онотмай. Үҙен белгәндән алып район баҫмаһына яҙылмай ҡалғаны юҡ.

- “Әлшәй хәбәрҙәре”н алдырмай, район яңылыҡтарын белмәй нисек йәшәргә була? – тип ғәжәпләнә тоғро уҡыусыбыҙ.

Приз уйнатыуға ул квитанцияларын даими ебәреп тора, әммә әлегә тиклем уңыш урап үтте. Уның ҡарауы быйыл төп бүләк тап уға эләкте!

- Яратҡан гәзитемә ҙур рәхмәт, һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - тип ихлас йылмайҙы Гөлсинә ханым.

Әйткәндәй, Гөлсинә Сафа ҡыҙы гәзиткә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылған да инде. Ә һеҙ был турала онотманығыҙмы?

Читайте нас: