Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
4 Август 2020, 13:00

Бүләктәр ваҡыты

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Нурия Ғәбделборис ҡыҙы Ситдиҡова күптән инде миксер тураһында хыялланған булған.

Ни генә тиһәк тә, бүләк алырға һәр кем ярата. Айырыуса район баҫмаһына яҙылыусылар.

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Нурия Ғәбделборис ҡыҙы Ситдиҡова күптән инде миксер тураһында хыялланған булған. Ә ошо көндәрҙә уға “Аҙна һайын бүләк” акцияһында бәхет йылмайҙы, уның теләге ҡабул булды!

-Башҡорт телендәге “Әлшәй хәбәрҙәре”н утыҙ йыл алдырам. Миңә гәзиттә баҫылған барлыҡ материалдар ҙа бик оҡшай. Башта иғландар, район тураһында яңылыҡтар, артабан башҡа мәҡәләләрҙе уҡыйым. Күршеләрем дә гәзитте минән уҡырға алып тора. Әле үҙем йорт хужабикәһе, элек колхоз фермаһында һауынсы булып эшләнем, - ти Нурия Ғәбделборис ҡыҙы.

Ул редакцияға өс тапҡыр квитанция күсермәһен ебәргән. Һәм бына, ниһайәт, уға бәхет йылмайҙы.

-Киләсәктә лә район баҫмаһына яҙыласаҡмын һәм мотлаҡ приздар уйнатыуҙа ҡатнашасаҡмын, - тип бәхетле йылмая ул.

Читайте нас: