Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
29 Ғинуар 2020, 15:50

Нисек инде район баҫмаһына яҙылмайһың?

Никифарҙан Роза Миңлеғолова - район гәзитен даими алдырыусыларҙың береһе.

Ул “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә йыл һайын яҙыла. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән әсә оҙаҡ йылдар ауыл магазинында һатыусы, һуңынан инде “Правда” колхозында һауынсы булып хеҙмәт һалған Роза Ғәбделвәли ҡыҙы тормошон район баҫмаһынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.
- Нисек инде үҙ районың гәзитен алдырмаҫҡа мөмкин, тәүге битенән алып һуңғы битенә тиклем ентекләп уҡып сығам, - ти ул йылмайып. – Үҙҙәре яҙылмаған күршеләрем дә гәзитте минән килеп алалар.
Хеҙмәт ветераны һәр ярты йыл һайын гәзиткә яҙылыуҙы оҙайта, ә бына приз уйнатыуға квитанцияны редакцияға тәүге тапҡыр ебәргән. Һәм отолмаған да. Яңы йыл алдынан үткәрелгән “Аҙна һайын бүләк” акцияһында даими гәзит уҡыусыбыҙ бик шәп приз - өҫтәл лампаһы отто.
Алина АНТИПИНА фотоһы.
Читайте нас: