Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
25 Декабрь 2019, 16:10

“Бәхетле авто”ла кемдәргә бәхет йылмайҙы

Яңы йыл алдынан район гәзите редакцияһында “Бәхетле авто” акцияһы буйынса приздар уйнатылды.

Үҙ бәхетен һынап ҡарарға егерменән ашыу автоһәүәҫкәр килде, уларҙың барыһы ла киләһе йылдың беренсе яртыһына район баҫмаһына яҙылған.

Еңеүселәр приз уйнатыуға килгәндәр араһынан осраҡлы һайлап алыу юлы менән билдәләнде. Бының өсөн һәр автомобиль хужаһына номерҙар таратылды. Лототронға ла шунса уҡ “бәхетле билеттар” һалынды. Уларҙы беҙҙең гәзит уҡысыларыбыҙ тартып сығарҙы. Был көндө призға автомобиль компрессоры, буксировкалау тросы, эш ҡоралдары йыйылмаһы һәм көрәк уйнатылды.

Һөҙөмтәлә түбәндәге гәзит уҡыусыларыбыҙ “Бәхетле авто” акцияһы еңеүселәре тип табылды. Иҫке Аҡҡолай ауылынан Рәйеф Фәхретдинов 40 йылдан ашыу шофер булып хеҙмәт һалған һәм шунса уҡ йыл район гәзитенә лә яҙыла. Быйылғы йыл уның өсөн бүләктәргә бай булған. Тормош юлдашы Рәйфә менән улар “Аҙна һайын бүләк” акцияһында ла приз отҡандар. Һәм йәнә уға бәхет йылмайҙы! 65 йәшлек юбилейы алдынан ул инструменттар йыйылмаһы отто.

Раевка ауылынан Гөлгөнә Мөхтәроваға ла һуңғы ике йылда бер нисә тапҡыр приз отҡан. Был юлы ла уға бәхетле билет эләгеп, автомобиль компрессоры отто. Торонтайыштан Фәүзиә Мөхтәрова ла приз уйнатыуҙарҙа йыш ҡатнаша һәм уңышҡа ирешә. Был декабрь ҙә уға шатлыҡ килтерҙе. Шафрандан Алексей Дерягинға ла бәхет йылмайҙы, ул бүләккә буксировкалау тросы отто.

Беҙ район баҫмаһына тоғро ҡалғандары өсөн гәзит уҡыусыларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ һәм элеккесә һеҙҙән шылтыратыуҙар, хаттар, электрон хәбәрҙәр көтәбеҙ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ, район гәзитенә яҙылығыҙ, приз уйнатыуҙарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашығыҙ.

Читайте нас: