Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТ
19 Декабрь 2019, 19:05

Алда – “Бәхетле авто”

Киләһе йылға район гәзитен алдырыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” акцияһы тамамланды.

Редакциянан бүләктәрҙе беҙҙең хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ – Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Каррам Әхмәтов, Ташлынан Ғүмәр Әбдерахманов һәм Раевка ауылынан Ингел Талхин отто. Һеҙҙе эш көндәрендә редакцияла көтөп ҡалабыҙ, үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы һәм район баҫмаһына яҙылыу квитанцияһын алып килергә онотмағыҙ.

Ә бүләкһеҙ ҡалыусылар борсолмаһын. Алда һеҙҙе тағы ла бер ҡыҙыҡлы акция – “Бәхетле авто” көтә. Гәзиткә яҙылған автоһәүәҫкәрҙәр өсөн приз уйнатыу шишәмбе, 24 декабрҙә 13 сәғәттә үткәрелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был акцияла ҡатнашыу өсөн, унда “тимер атығыҙ” өсөн аксессуарҙар уйнатыласаҡ, был көндө һәм сәғәттә редакцияға (Раевка ауылы, Киров урамы, 3) мотлаҡ үҙ автомобилегеҙҙә килергә кәрәк. Документтарығыҙҙы алып килергә онотмағыҙ.

Реклама хоҡуҡтарында

Читайте нас: