Әлшәй хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙән хәбәрҙәр
13 Ғинуар 2021, 17:30

Әҙәби марафонда ҡатнаштылар

“Башҡортостандың йөҙ шағиры” республика конкурсы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан дистанцион форматта үткәрелде.

Бәйгелә биш йөҙҙән ашыу 1-11-се синыф уҡыусылары, колледждар һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Районыбыҙҙың йәш шиғриәт һөйөүселәре лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Раевка 2-се урта мәктәбенең етенсе синыф уҡыусыһы Азалина Мувазалова һәм Ыҫлаҡ мәктәбенең һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Ильвина Сибәғәтуллина әҙәби марафонда еңеүсе, Раевка 4-се урта мәктәбенең етенсе синыф уҡыусыһы Сабрина Хәбибуллина һәм М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының алтынсы синыф уҡыусыһы Илвир Рәхмәтуллин призер булды.

Лицейҙан 4-се синыф уҡыусыһы Зарина Мөхәмәҙиева “Минең Есенин” бөтә Рәсәй ижади конкурсында беренсе урынды яуланы, был бәйге бөйөк рус шағирының тыуыуына 125 йыл тулыуға арналғайны.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас