Заманса, уңайлы, навигация яйланмалары менән йыһазландырылған автобус - бөгөн мәғариф учреждениелары өсөн байлыҡ түгел, ә ихтыяж. Өйҙән мәктәпкә барғанда һәм ҡайтҡанда баланың юлы, тәү сиратта, хәүефһеҙ булырға тейеш. Республика етәкселеге мәктәп автотранспорты паркын яңыртыуға ҙур иғтибар бирә. 2018 йылда яңы автобусты - Түбән Әүрез мәктәбе, былтыр Воздвиженка мәктәбе алды. Ә күптән түгел Ғәйнәямаҡ уҡыусылары ла автобуслы булды.
“ГАЗель” ун бер урынға иҫәпләнгән, ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы, тахограф, балаларҙы йөрөтөү өсөн кәрәкле хәүефһеҙлек саралары менән йыһазландырылған.
- Автобус Иршат һәм Туҡмаҡбаштан балаларҙы йөрөтәсәк. Беҙҙең мәктәптә әлеге ауылдарҙан ете бала уҡый. Уҡыусыларҙы ышаныслы, яуаплы һәм тәжрибәле шофер Рим Мостафин йөрөтәсәк, - тип хәбәр итте Ғәйнәямаҡ мәктәбе директоры Таңһылыу Хәбибуллина.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.