Раевка 2-се урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Эльвира Свиридова (уҡытыусыһы Э. Р. Зәбирова) әҙәбиәт буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһы төбәк этабы призеры булды. Ә бер юлы өс 11-се синыф уҡыусыһы: М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Әлиә Хөсәйенова ( уҡытыусыһы Л.С. Шириязданова), 4-се мәктәптән Булат Гәрәев (Р. Б. Третьякова) һәм 2-се мәктәптән Беник Фарманян (Э. Ә. Ғәлләмова) биология буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһы төбәк этабы призерҙары исеменә лайыҡ булды.