Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға, Театр йылына арнап, Раевка гимназияһында туған телдәр аҙналығы үтте.
Аҙналыҡ барышында 5-се класс уҡыусылары өсөн “Үҙ Башҡортостаныңды беләһеңме” тип аталған дәрес-сәйәхәт уҙҙы, 6-сы синыфтар өсөн Мостай Кәримгә арналған әҙәби кисә ойошторолдо, сараға үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, Әлшәй районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе С. Шәрипова ла саҡырылғайны. Әйткәндәй, Светлана Шамил ҡыҙы халыҡ шағиры менән яҡындан таныш булған, заманында Мостай Кәримдең ижады тураһында диплом эше лә яҡлаған. Ул уҡыусыларға бөйөк шағирҙың тормошона ҡағылышлы бик күп ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләп үтте.