Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарт олатайым менән ғорурланам

Бер йыл элек олатайыма Смоленск өлкәһенең Гагарин районы ирекмәндәренән хат килеп төштө.

Минең яҡындарым былтыр йәй ҡарт олатайым ерләнгән Смоленск өлкәһендә булып ҡайтты, улар Туғандар ҡәберлегендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алды, сәскәләр һәм тыуған яҡтан алап килгән бер ус тупраҡ һалды.

Олатайым Заһир Сәлимов Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында ябай ғаиләлә ун икенсе бала булып донъяға килә. 7-се синыфты тамамлағандан һуң, механизаторҙар курсын үтә һәм ғүмере буйы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда хеҙмәт һала. Хаҡлы ялға сыҡҡансы бригадир, тракторсы булып эшләй. Өләсәйем Нәфиға Солтан ҡыҙы менән 51 йыл татыу ғүмер кисереп, биш бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйем арабыҙҙа юҡ инде, быйыл олатайыма ла 80 йәш тулды, ул хәҙер оло улы Рәзиф менән йәшәй.

Бер йыл элек олатайыма Смоленск өлкәһенең Гагарин районы ирекмәндәренән хат килеп төштө. Унда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһына саҡырыу ҡағыҙы ине.

Ҡарт олатайым Сәлимов Арғымбай Сәлим улы 1942 йылда фронтҡа китә, тиҙҙән яҡындары уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат ала. Олатайым әйтеүенсә, һуғыштан һуң улар атайҙарының яҙмышы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеү өсөн төрлө сығанаҡтарға мөрәжәғәт иткән, хаттар яҙған һәм яугирҙең Смоленск эргәһендә ҡаты яраланыуын, өс көн госпиталдә ятып, 1942 йылдың декабрендә вафат булыуын белгән. Ҡарт олатайым Смоленск өлкәһе Карманово ауылында ерләнгән.

Эҙәрмәндәр отрядтарының тырышлығы ярҙамында олатайым һәм әсәйем былтыр Туғандар ҡәберлегенә барып, уны хөрмәтләп иҫкә ала алды. Гранит плитала минең ҡарт олатайым кеүек, хәбәрһеҙ юғалған бик күп яугирҙәрҙең исемдәре уйып яҙылған.

Һәр ғаиләнең һуғыш тураһында үҙ тарихы бар һәм беҙ ҡаһарман яугирҙәрҙең батырлығы тураһында мөмкин тиклем күберәк белергә тейешбеҙ. Улар тураһында иҫтәлек быуындан-быуынға күсеп, мәңгелек хәтергә әйләнһен ине.

Тимур ЮНЫСОВ,

Раевка гимназияһының 8-се синыф уҡыусыһы.

Читайте нас: