Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәһен башҡорт иле!

Башҡортостан халҡы оло тантана – республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итергә йыйына.

Был иҫтәлекле ваҡиғаның Рәсәй Президенты В. В. Путин Указы буйынса билдәләнеүе айырыуса әһәмиәтле.

Башҡортостаныбыҙҙың оло юбилейына арнап, беҙ ҙә, Ҡармыш мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары менән «Башҡортостандың 100 шағиры» тип аталған шиғриәт байрамы үткәрҙек.

Байрам арҙаҡлы яҡташыбыҙ Рәшит Шәкүр һәм Рауил Бикбаев ижад иткән Башҡортостан Республикаһының гимны менән башланып китте. Н. Нәжми, Р. Ураҡсина, Г. Ситдикова, Л. Абдуллина, Ә. Үтәбай, Ф.Туғыҙбаева, Р. Ғарипов һәм Г. Юнысованың Башҡортостанға арналған шиғырҙары уҡыусыларҙа йәшәгән еребеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Мәжит Ғафуриҙың «Балалар һәм китап», Кәтибә Кинйәбулатованың «Туған телем», Рәшит.Шәкүрҙең “Ерем, илем, телем” шиғырҙары туған телебеҙгә булған һөйөүҙе, уның матурлығына һоҡланыуҙы белдерҙе, балаларҙы әсә телендә сыҡҡан китаптарҙы уҡырға өндәне.

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләй. Р. Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары», М. Харистың «Еремә» шиғырҙарын һөйләгәндә уҡыусыларҙың һәр һүҙе күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеп, йөрәккә үтеп инде.

Һәр бер шағир яҙ темаһын да урап үтмәй, әлбиттә. Г. Ситдиҡованың «Тәүге ҡар», С. Әлибайҙың «Яҙ көткәндә», Р. Ғариповтың «Яҙғы йыр» шиғырҙары кисәне йәнләндереп ебәрҙе. Байрамға килгән әсәйҙәргә арнап, уҡыусылар Ф. Рәхимғолованың «Әсәй һәм мин», Г. Юнысованың «Әсәм һүҙҙәре», Ф. Туғыҙбаеваның «Кәнфит» шиғырҙарын бүләк итте.

Байрам сараһы Ҡ. Даяндың «Шайморатов генерал», Н. Нәжмиҙең «Батырҙар йыры», Ә. Таһированың «Ямғыр уйнарға саҡыра», М. Кәримдең «Уҡытыусыма», Г. Юнысованың «Әсәйҙәргә бүләккә» йырҙары менән үрелеп барҙы.

Ҡармыш мәктәбендә 35 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытып, балаларҙа туған телгә һөйөү уятҡан, уҡыусылары район, республика конкурстарында еңеү яулаған “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылар милли “Мәғариф” проекты конкурсы еңеүсеһе һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына эйә булған мәғариф ветераны Люциә Зайнулла ҡыҙы Аҙнағолова тәү башлап Башҡортостан автономияһын төҙөүсе һәм етәкләүсе Әхмәтзәки Вәлиди тураһында һөйләне һәм республикабыҙ тарихына байҡау яһаны.

Байрамға Ҡармыш ауылы китапханасыһы Мәрзиә Абдрахманова «Башҡортостандың 100 шағиры» исемлегенә ингән әҙиптәрҙең китаптарынан торған күргәҙмә ойошторҙо.

Кисә ысын мәғәнәһендә рух һәм күңел байрамына әүерелде, уҡыусыларҙың сығышынан сараға килгән әсәйҙәр ҙә бик ҡәнәғәт ҡалды.

Гөлсирә ҺӘҮБӘНОВА,

Ҡармыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Читайте нас: