Был көндө китапхана Р. Х. Баҙырова (Тавричанка ауылы) һәм Р. М. Булатованың (Раевка ауылы) йорт коллекцияларынан импровизацияланған балаҫтар күргәҙмәһе ойошторолған ҙур булмаған оҫтаханаға әүерелде.
Сараға Иҙрис ауылынан балаҫ аҫалау оҫтаһы, “Гүзәл зат – милләт әсәһе” II республика конкурсының “Ҡатын-ҡыҙ - ҡул эше оҫтаһы” номинацияһында еңеүсе С. Р. Сәйетова ла саҡырылғайны. БР Декоратив-ҡулланма сәнғәт оҫталары союзы ағзаһы булараҡ, ул күп кенә сараларҙа районыбыҙ һәм республикабыҙ исеменән сығыш яһай.
Башҡорт милли кейемендә килгән ҡунаҡ сығышын балаларҙы башҡорттарҙың милли музыка ҡоралы – ҡумыҙ менән таныштырыуҙан башланы. Ел һыҙғырыуы һәм башҡорт далаһында ҡылғандар шаулауы, Урал тауҙары шаңдауы, ат тояҡтары туҡылдауы ишетелгән ҡумыҙ тауышы балаларҙы тарихи үткәндәргә, ата-бабаларыбыҙ йәшәгән замандарға алып ҡайтты.
Йәш китап уҡыусылар һарыҡ йөнөн иләгәндә нисек нәҙек кенә еп барлыҡҡа килеүен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Ҡул эше оҫтаһы епте ниндәй тәбиғи буяуҙар менән буяп булыуы тураһында һөйләне, әсәһе бирнәгә һуҡҡан балаҫты, өләсәһенең йөн иләгесен күрһәтте. Балалар элекке замандарҙағы һәм бөгөнгө йөн тетеү станогын ҡараны. Светлана Раян ҡыҙы йыйылыусыларға бәләкәй генә балаҫ һуғыу станогында ла эшләп күрһәтте.
Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс осрашыу аҙағына етһә лә, малайҙар һәм ҡыҙҙар таралышырға ашыҡманы. Улар ғәҙәти булмаған инструменттарҙы һәм станоктарҙы ҡат-ҡат тотоп ҡараны. Ә бик ҡыҙыҡһынған ҡайһы бер ҡыҙҙар өсөн ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрелде.
Е. ПИКАЛОВА,
Әлшәй үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директорының балалар менән эшләү буйынса урынбаҫары.