Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бесәйем

Был шиғырҙарҙың авторы – Раевка 2-се урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Диана Зайвый. Диана башҡорт теле дәрестәрен бик ярата һәм шиғырҙар ҙа ижад итә.

Был шиғырҙарҙың авторы – Раевка 2-се урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Диана Зайвый. Диана башҡорт теле дәрестәрен бик ярата һәм шиғырҙар ҙа ижад итә.
Бесәйем
Ап-аҡ йомшаҡ, матур ғына
Мыраубикә бесәйем.
«Ҡалай оҫта битен йыуа»,-
Тип һоҡлана әсәйем.
Һөт эсергә ярата ул,
Ҡалдырмайса төбөндә.
Аҙаҡ уйнарға тотона
Өйөбөҙҙөң түрендә.
Һоҡланыу
Һоҡланып ҡарап торамын
Тәҙрәнән мин тышҡа.
Аҡлыҡ, сафлыҡ килтергәнгә
Рәхмәтлемен мин ҡышҡа.
Яуһын әле ҡарҙары ла,
Булһын әле һыуығы.
Бер кеше лә сирләмәһен,
Бирһен Хоҙай һаулығын.
Диана ЗАЙВЫЙ,
Раевка 2-се урта мәктәбенең
4-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: