Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙән хәбәрҙәр
26 Февраль 2018, 23:14

Именлек һағында һеҙ кәрәк!

Сурай мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сара уҙҙы, унда мәктәп уҡыусыларының атайҙары, олатайҙары, ағалары саҡырылды. Уҡытыусы Наилә Рауил ҡыҙы Ларынбаева ойошторған был байрамды мәктәп уҡыусылары Башҡортостан гимнын йырлап башлап ебәрҙе.

Концерт бик үҙенсәлекле һәм матур булды. Егеттәр оҫта итеп ҡурайҙа уйнаны, моңло итеп йырланылар. Ҡыҙҙар күбәләктәй осоп бейенеләр. Мәктәптә ойошторолған “Ҡурай”, “Бейеү”, “Башҡорт фольклоры” түңәрәгенә йөрөүселәр ҙә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Башланғыс синыф уҡыусылары шиғыр һөйләне, күмәкләп парлы бейеү ҙә бейенеләр.

Атайҙар байрам концертын тулҡынланып ҡараны, һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты. Мәктәп директоры Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Солтангәрәева ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотланы, балалар бүләктәр тапшырҙы. Атайҙар байрам сәйе эсеп, был саранан көс-ҡеүәт алып, илһамланып таралышты.

Гүзәлиә СӨЛӘЙМӘНОВА,
7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: