Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы районыбыҙҙа яттан шиғыр һөйләү буйынса «Тере шишмәләр» конкурсының тәүге туры уҙҙы.
Бәйге “Уҡытыусы – уҡытыусы”, “Уҡытыусы - уҡыусы” номинациялары буйынса үтте. Районыбыҙҙа бындай сара тәүге тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар унда бик әүҙем ҡатнашты. Улар Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын, проза әҫәрҙәрен һөйләп ишеттерҙе. Туған телебеҙҙең бөйөклөгөн, гүзәллеген, нәфислеген төрлө яҡлап асҡан әҙибәнең “Башҡорт теле” шиғырын уҡыусылар айырыуса тәьҫирләнеп уҡыны. Хеҙмәт, тормош, тәбиғәт, йәшәйеш тураһындағы шиғырҙарын тыңлап, Зәйнәб Биишеваның ижады ни тиклем халыҡсан булыуы һоҡландырҙы.
Район китапханаһы белгестәренең был конкурсҡа баһа биреүе сараға мәртәбә өҫтәне. Барлыҡ сығыштарҙан һуң жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләне. “Уҡытыусы – уҡыусы”номинацияһында Раевка 4-се мәктәбенән Зарипова Рәмзиә Шакир ҡыҙы һәм Зарипова Фидалия Шакир ҡыҙы еңеүсе тип танылды. Шулай уҡ Ҡырым мәктәбенән Ямғурчина Мәүлиҙә Мәрүән ҡыҙы һәм Мөхәррәмова Зөлфиә Салауат ҡыҙы уларҙан ҡалышмай призер исеменә лайыҡ булды.
”Уҡытыусы - уҡыусы” номинацияһында Раевка гимназияһынан Раянова Гөлнара Шәмсун ҡыҙы һәм Раянов Азамат еңеүсе булды. Ә призерҙар исемен Сурайҙан Усманова Раушания Мәжит ҡыҙы һәм уҡыусылары Сөләймәнова Гүзәлиә, Закиров Ильнур, Никифар мәктәбенән Шарапова Гөлшат Мөхтәсәр ҡыҙы һәм Ткаченко Александр, Шәймарҙанова Сөмбөл, Раевка 2-се мәктәбенән Ҡаһарманова Гүзәл Камил ҡыҙы һәм Мырҙағәлиева Арина, Шафран мәктәбенән Хәлимова Ләйсән Миңлебай ҡыҙы һәм Хәлимова Азалия, Тавричанка мәктәбенән Сәрүәретдинова Клара Зөфәр ҡыҙы һәм Юнак Аделина алды.
Воздвиженка мәктәбенән Мөхәррәмов Мөхәммәт Әнүәр улы һәм Зәһретдинова Динара, Әбдрәшиттән Батталова Мәйсәрә Сабирйән ҡыҙы һәм Ханнанова Эльнара, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Ғәлимова Фәнүрә Хәмит ҡыҙы һәм Тажетдинова Әҙилә, Раевка 2-се мәктәбенән Шәрәфетдинова Рима Ғәлинур ҡыҙы һәм Абдуллина Румия, Йомағужина Фәнузә Тимербай ҡыҙы һәм Хәйруллина Вилена ла төрлө номинацияларға лайыҡ булды.
Бөтә еңеүселәргә, призерҙарға иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды.
Район мәғариф бүлеге методисы Рәмзиә Ғосман ҡыҙы Яҡупова ошондай матур сарала ҡатнашҡан барлыҡ уҡытыусыларға, уҡыусыларға ижади уңыштар теләне.
Өфө ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған «Тере шишмәләр» конкурсына районыбыҙҙан еңеүселәр барып үҙҙәренең көстәрен һынаясаҡ. Уңыштар теләйек уларға!
Матур һәм үҙенсәлекле был сарала ҡатнашыусылар яҙыусының шиғырҙарынан илһам-дәрт алып, бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Сурай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.