Пионерҙар йорто балалар һәм өлкәндәр өсөн ҡыҙыҡлы экскурсиялар ойошторҙо. Эскурсия етәксеһе, педагог Зилә Зәкәриә ҡыҙы Йәлилова беҙҙе Сусаҡтау һәм Сатыртауҙың хозур тәбиғәте, Дим йылғаһы, элекке Туҡтар тирмәненең бай тарихы менән таныштырҙы. Беҙ ап-аҡ ҡарға төрөнгән баҫыуҙар, урмандар эргәһенән, ҙур юлдарҙан үттек, сылтырап аҡҡан шишмә эргәһенә туҡталып ял иттек.
Раевка ауылы буйлап та экскурсияла йөрөнөк, Әлшәй ауылы һәм Әлшәй Мәргән, Александр Федорович Раев һәм тимер юл төҙөлөшө тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдыҡ. Зилә Зәкәриә ҡыҙы ҡасандыр беҙҙең станцияға “Искра” пролетарийҙар гәзитен булдырыу өсөн килгән Владимир Ильич Ленин, батша Николай II хаҡында, Граждандар һуғышы, революционерҙар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ауыл урамдары буйлап уҙғанда, тарихи биналар, һәйкәлдәр менән таныштыҡ, Пионерҙар йорто тарихы, төрлө быуын пионерҙары тураһында ла белдек. Ата-әсәйемдең һөйләүе буйынса, минең ҡарт өләсәйем Мәрйәм Закир ҡыҙы Мөхәмәтшина ла пионервожатый булып эшләгән.
“Пионер ТВ” телестудияһы әҙерләгән “Тарихи Раевка” видеоматериалын да бик ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ, ауылыбыҙҙың утыҙ, илле, йөҙ йыл элек ниндәй булыуын күрҙек.