Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙән хәбәрҙәр
19 Декабрь 2017, 11:38

Тойғоларҙы йөрәгеңдән Шиғыр итеп ҡоя белһәң...

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында күңелендә шиғриәт осҡоно йөрөткән үҙешмәкәр яҡташ ҡәләм тибрәтеүселәр, шиғыр һөйөүсе мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар онотолмаҫлыҡ йырлы-моңло осрашыуға йыйылды.

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында күңелендә шиғриәт осҡоно йөрөткән үҙешмәкәр яҡташ ҡәләм тибрәтеүселәр, шиғыр һөйөүсе мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар онотолмаҫлыҡ йырлы-моңло осрашыуға йыйылды.
Ялҡынлы ижад юлын мәңгелек дуҫ итеп һайлаған хөрмәтле һүҙ оҫталары Салауат Көҫәпҡолов, Гөлнур Ғиззәтуллина, Гөлфиә Ғиззәтова, Вәсимә Аманғолова, Илфаҡ Фаризов күңелдәренән урғылған хис-тойғолары менән уртаҡлашты. Мәктәп уҡыусылары ла улар ижад иткән шиғырҙарҙы саф башҡорт телендә һөйләп ишеттерҙе. Лицей ғорурлығы булған Альмира Кашапова видео бәйләнеш аша үҙенең ижад емештәрен “тәмләтте”.
Осрашыуға килгән ҡунаҡтарҙың шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән. Сарала республикабыҙҙың билдәле йырсылары Әнүәр Нурғәлиев, Айҙар Ғәлимов, Рөстәм Ғиззәтуллин башҡарыуында видеоклиптар күрһәтелде. Шулай уҡ районыбыҙ йондоҙҙары Нияз Ғиззәтуллин, Наил Садиҡов та тамашасыларға матур йырҙар бүләк итте, ә лицей вожатыйы Розалия Вәлиәхмәтова үҙе ижад иткән йырҙы башҡарҙы.
Дуҫлыҡ, йыр һәм аҡыл бүлешкәндән арта ғына, тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Арабыҙҙа шиғри йәнле кешеләр күберәк булған һайын донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара.
Читайте нас: