Әлшәй хәбәрҙәре
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙән хәбәрҙәр
8 Декабрь 2017, 17:06

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында

Өфөлә Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған “Башҡортостан ҡоштары” VII республика балалар интернет-конкурсы уҙҙы. Унда 40 райондан бөтәһе дүрт меңдән ашыу эш ебәрелде.

Өфөлә Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған “Башҡортостан ҡоштары” VII республика балалар интернет-конкурсы уҙҙы. Унда 40 райондан бөтәһе дүрт меңдән ашыу эш ебәрелде.
Был конкурста районыбыҙ данын Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто берекмәләре яҡланы. “Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштоң оя ҡороуы тураһында һүрәт” номинацияһында Милена Ураҙбаеваның еңеүе менән беҙ бик ғорурланабыҙ, ул “Тәбиғәт һәм хыял” берекмәһенә (педагогы Рәмилә Шафиҡова) йөрөй.
Үҫеп килеүсе быуын республикабыҙҙа төйәк иткән ҡоштарҙың ҡайһы бер төрҙәренең кәмеүе һәм уларға юғалыу ҡурҡынысы янауын белһен ине һәм ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынып, ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һаҡлауға үҙ өлөшөн индерер, тип ышанғы килә.
Римма НИЗАМОВА,
Пионерҙар йортоноң балалар хәрәкәте буйынса методист.
Читайте нас: