Быйыл педагогик оҫталыҡ конкурсы марафонында муниципаль этаптарҙа еңеү яулаған 198 уҡытыусы ҡатнашты, улар үҙ һөнәрендә иң яҡшылары тип танылыу хоҡуғы өсөн көс һынашты. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы сиктәрендә шулай уҡ “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һәм “Йәш уҡытыусы” бәйгеләре лә үткәрелде. Республиканың йәш мөғәллимдәре араһында оҫталыҡ һәм креативлыҡ буйынса ”Йылдың йәш уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе, Аксен мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Вадим Ҡужәхмәтов та ярышты .
Һынауҙар “Педагогик оҫтахана”нан башланды, унда конкурсанттар уҡытыу һәм тәрбиә мәсьәләләрендә методик компетентлығын һәм тәжрибәһен күрһәтте. Һәр кем дистанцион технологиялар ярҙамында реаль ваҡыт режимында үҙенең педагогик алымдарын, дәресте онотолмаҫ, файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү ысулдарын күрһәтергә тырышты. Шулай уҡ асыҡ дәрестәр, синыф сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Конкурс марафоны “Йыл уҡытыусыһына һорау” матбуғат конференцияһы менән тамамланды.
Шуныһы ҡыуаныслы, уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығы республика конкурсында еңеүселәр һәм призерҙар араһында Вадим Ҡужәхмәтов та бар. Ул “Педагогик эшмәкәрлектә инновациялар” номинацияһында еңеүсе булды.
Вадим Ринат улы Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалын тамамлаған һәм Ҡытайҙа инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләгән. Пандемия башланыу менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм үҙе уҡыған мәктәптә эшләй башлый. Йәш педагог әйтеүенсә, белем биреү процесының уңышы ижад һәм инновациялар ҡулланыуға бәйле.