Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март 2021, 11:50

Райондың ике мәктәбендә предуниверсарий асыла

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы етәкселеге һәм Шафран мәктәбе «Next Generation» селтәрле предуниверсарийын булдырыу буйынса Өфө дәүләт нефть-техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Белем биреү учреждениелары һәм юғары уҡыу йортоноң уртаҡ эшмәкәрлеге уҡыусыларға физика, химия, информатиканы тәрән өйрәнергә, һөнәр һайларға һәм юғары уҡыу йортона инеүгә әҙерләнергә ярҙам итәсәк.

Килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа нефть университетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы директоры Рөстәм Даминев, предуниверсарий етәксеһе Екатерина Холмогорцева һәм «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге директоры Айҙар Сәйғафаров ҡатнашты. Килешеүгәҡул ҡуйыу уңайынан үткәрелгән кәңәшмә барышында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов һәм мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Чупова белем биреү проектының мәктәптәр өсөн мөһимлеген һәм уҡытыусыларҙың юғары уҡыу йорттары педагогтары менән бергә эшләргә әҙер булыуын билдәләп үтте.

Лицей һәм Шафран мәктәбенән тыш, мәғариф проекты республиканың тағы туғыҙ мәктәбендә эшләйәсәк. Предуниверсарийҙың терәк уҡыу йорто булып Өфө дәүләт нефть-техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы иҫәпләнә.

Читайте нас: