Бөгөн бында 980 уҡыусы белем ала, район үҙәгенән тыш, эргә-тирәләге биш ауылдан 95 бала йөрөп уҡый. Улар өсөн көнөнә алты автобус рейсы ойошторола. Былтыр лицей яңы автобуслы булған, бер нисә уҡыу бүлмәһен заманса мультимедиа комплексы менән йыһазландырыуға өлгәшкән. Башҡортостандың дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһына ярашлы, Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте бүлмәһенә ошондай комплекс алынған, башҡорт теле һәм информатика кабинеттары ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Лицей директоры Римма Дәүләткирәева бындай ярҙамдың, һис шикһеҙ, фәнде уҡытыу сифатын яҡшыртыуы һәм уҡыусыларҙа уны үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы тураһында белдерҙе.
Лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Ғайса ҡыҙы Кәримова ла етәксенең һүҙен хупланы һәм был йәһәттән Башҡортостан Башлығының инициативаһы менән башланған “Юғары ос!” программаһының ҙур мөмкинлектәр асыуын билдәләне. Ул дәрестәр алып барған башҡорт теле кабинетында һәр уҡыусы тел өйрәнеү буйынса заманса ҡушымталар ҡуйылған планшеттар менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә. Улар ярҙамында балалар телмәр үҫтереү, диалогтар ҡороу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ интерактив таҡта һәм башҡа ҡорамалдар видеодәрестәр, төрлө саралар үткәрергә, уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы алымдар менән байытырға мөмкинлек бирә, ти мөғәллимә.
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән алты уҡытыусы белем бирә. Уларҙың һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған тәжрибәле педагог. Мәҫәлән, Миләүшә Хәлил ҡыҙы Муллағәлина, оҙаҡ йылдар инде “Йәйләү” лагеры программаһын ҡулланып, уҡыусыларҙың ялын ойоштороп ҡына ҡалмай, уларҙа тыуған яҡ тарихына ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй, шулай уҡ ҡул эштәренә өйрәтә. Балаларға бигерәк тә кейеҙ техникаһы оҡшай.
– Йыл һайын көтөп алған Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада быйыл онлайн тәртибендә үтте. Бик уңайлы булды. Уҡыусыларыбыҙҙың уңыштарынан ҡәнәғәтбеҙ. Ғөмүмән, беҙ, пандемия шарттарына ҡарамайынса, барлыҡ конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулап торабыҙ. Бындай ярыштар балаларҙы сәмләндерә, дәртләндерә, – тине лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Быйылғы олимпиадала Айгөл Рәйес ҡыҙы Вәлиеваның ике уҡыусыһы – Камила Байрамғолова менән Карина Фәйзуллина, ә Рәсимә Ғайса ҡыҙының бер уҡыусыһы – Ләйлә Әғзәмова призлы урынға лайыҡ булған.
Уҡыусылар башҡорт телен өс төрлө программа буйынса өйрәнә. Саф башҡорт кластары – уны башҡорт мәктәптәре программаһына ярашлы, икенселәр – туған тел, өсөнсөләр дәүләт теле булараҡ уҡый.
– Шөкөр, уҡыусыларыбыҙ дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй, ата-әсәләр яғынан да һәр саҡ аңлау табабыҙ. Уҡыу кабинетын заманса итеп йыһазландырғандан һуң, дәрестәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың да бермә-бер артыуы һиҙелә, – ти Рәсимә Ғайса ҡыҙы.
Былтыр М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тағы бер мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиға булған – бында стоматология кабинеты асылған. Был башланғыс “Юғарыға ос!” милли мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен үҫтереүгә ярашлы тормошҡа ашырыла.
Уҡыусыларҙы “Ауыл табибы” программаһына ярашлы эшкә ҡайтҡан табип-стоматолог Илдар Смаҡов ҡабул итә. Ул балаларға тештәрҙе дөрөҫ таҙартыу серҙәрен төшөндөрә, гигиена саралары тураһында һөйләй. Стоматология кабинеты асылғас та үткәрелгән беренсе профилактик тикшереү уҡыусыларҙың 90 проценттан ашыуының тештәрен дауаларға кәрәклекте күрһәткән.
Мәғариф усаҡтарындағы бөтә был матур башланғыстар йәш быуынға сифатлыраҡ, төплөрәк белем биреүҙе, бер ыңғайҙан уларҙың сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреүҙе, йәғни белемле, һау-сәләмәт, төрлө яҡлап үҫешкән лайыҡлы алмаш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.