Һуңғы ваҡытта республика етәкселеге кимәлендә, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә лә, ата-әсәләр берләшмәләрендә лә иң күп тикшерелгән мәсьәләләрҙең береһе - мәктәп туҡланыуы булды. Февралдән март айына тиклем «Инцидент менеджмент» системаһында Өфө районы, Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Өфө ҡалаһындағы мәктәптәрҙә уҡыған балаларҙың ата-әсәләренән сифатһыҙ туҡланыуға бәйле ике йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә үткәрҙе һәм Хөкүмәт алдына төбәк мәктәптәрендә Рәсәйҙә иң яҡшы туҡланыу булырға тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы.
Шуға бәйле республикала мәктәп туҡланыуының сифаты реестры индерелә, ай һайын берҙәм асыҡ ишектәр көнө үткәреләсәк, унда уҡыусыларҙың ата-әсәләре мәктәп ашханаларында балалары ашаған ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай аласаҡ. Муниципалитеттарҙағы махсус комиссиялар дөйөм белем биреү учреждениеларында туҡланыу нисек ойошторолоуын ҡараясаҡ.
Мин дә мәктәп уҡыусыларының әсәһе һәм был тема миңә бик яҡын. Өлкән ҡыҙым, ул былтыр мәктәпте тамамланы, башланғыс синыфтарҙа уҡ туҡланыуҙан баш тартты,уның ҡарауы улым беренсе синыфтан уҡ мәктәп ашханаһына бик теләп йөрөй. Өйҙә былау бешергәндә улым йыш ҡына: “Әсәй, тәмле булды, рәхмәт”, - ти. Әммә ҡайһы саҡта: “Ни эшләп һинең дөгөң эре, кишер киҫәктәре лә ҙур, беҙҙең мәктәптә улай түгел...” тигән һорауҙар ҙа биреп ҡуя әле ул. Килешәм, былау – минең кулинар “оҫталығым”дың иң көслө яғы түгел, тик ҡарабойҙайҙы ла артыҡ йомшаҡ бешерәм икән, бер аҙҙан “мәктәп ашханаһында балыҡ та икенсе төрлө” икәнлеге асыҡлана. Бер һүҙ менән әйткәндә, етенсе синыфта уҡыусы улым мәктәп аштарын ярата. Әммә барыһын да түгел. Ҡайһы бер бутҡаны бөтөнләй ашамай. Ашханала ғына түгел, өйҙә лә. Күп ата-әсәләр минең менән килешер, тип уйлайым, сөнки йыш ҡына бер ғаиләлә, бер үк аҙыҡҡа өйрәнгән балалар ҙа, ризыҡты төрлөсә ҡабул итә. Ҡайһы бер бала ашағыһы килмәй генә ултыра, ә икенселәре бик теләп ашай, хатта өҫтәтеп тә ала.
Хәйер, иң мөһим мәсьәлә - беҙҙең районда мәктәп туҡланыуын ойоштороуға әйләнеп ҡайтайыҡ. Был көнүҙәк мәсьәлә тураһында беҙ мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә ЧУПОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.
- Зилә Әхмәт ҡыҙы, бөгөн район мәктәптәрендә 4500-ҙән ашыу бала белем ала. Барыһы ла ҡайнар аш менән тәьмин ителгәнме?
- Ҡайнар аш менән тәьмин итеү барлыҡ 22 белем биреү учреждениеһында ла ойошторолған, балаларҙың барыһы ла туҡлана. Бөтә мәктәптәрҙә лә үҙҙәренең аҙыҡ-түлек блогы бар. Ризыҡ ашханаларҙа әҙерләнә.
Мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙы финанс яҡтан тәьмин итеү федераль, республика, район бюджеттарынан һәм билдәләнгән нормалар нигеҙендә ата-әсәләр взностарынан ғәмәлгә ашырыла. Быйылғы уҡыу йылынан башлап 1-4-се синыф уҡыусылары өсөн, улар беҙҙә барлығы 1938 бала, бушлай ҡайнар аш ойошторолған. Бер уҡыусыға туҡланыу хаҡы 57 һум 43 тин күләмендә билдәләнгән. 5-11-се синыф уҡыусылары ата-әсәләр взностары иҫәбенә, ул ата-әсәләр советы ҡарары нигеҙендә айына уртаса 600-1100 һум тәшкил итә, туҡлана.
Сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 256 бала һәм инвалид балалар ике тапҡыр бушлай туҡлана, улар иртәнге һәм төшкө аш менән тәьмин ителә. Бер уҡыусыға көнөнә 100 һум (республика бюджетынан 90 һум, урындағы бюджеттан 10 һум) тура килә. Бынан тыш, күп балалы аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 813 бала бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә.
- Ә мәктәп туҡланыуы өсөн менюҙы кем төҙөй?
- Ашханаларға Мәғариф һәм фән министрлығынан раҫланған ике аҙналыҡ меню килә. Бөтә республика БР Сауҙа дәүләт комитеты ҡарамағындағы социаль туҡланыу идаралығы төҙөгән берҙәм меню буйынса эшләй. Ул СанПиН буйынса эшләнгән һәм Роспотребнадзор тарафынан раҫланған.
- Мәктәптәрҙә буфеттар бармы?
- М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, гимназия, Раевка 2-се, 4-се мәктәптәрендә уҡыусыларға буфеттарҙа өҫтәмә туҡланыу ойошторолған, унда өҫтәмә туҡланыуҙың тәҡдим ителгән ассортиментына ярашлы кондитер һәм икмәк-күмәс ризыҡтары һатыла.
- Беҙҙә бит мәктәп эргәһендәге интернаттар ҙа бар…
- Эйе, лицейҙа, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ғәйнәямаҡ, Ҡырым, Никифар мәктәптәрендә интернаттар бар, уларҙа 146 уҡыусы йәшәй. Был балалар өсөн 4 тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Көн һайын бер тәрбиәләнеүсегә муниципалитет бюджетынан 80 һум аҡса бүленә.
- Мәктәптәрҙә “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы!” тип аталған берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө нисек уҙҙы, мәктәп ашнаҡсыларына ата-әсәләр ниндәй билдәләр ҡуйҙы?
- Был көндө ата-әсәләр шәхсән мәктәп ашханаларындағы ризыҡтарҙы тәмләп кенә ҡалманы, продукттарҙың сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаусы документтар менән дә таныша алды. Балалар ҙа ситтә ҡалманы, улар өсөн уҡытыусылар “Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе” дәрестәре, “Минең яратҡан ризыҡтарым” тип аталған рәсем, стена гәзите конкурстары һәм башҡа синыфтан тыш саралар үткәрҙе. Берҙәм көндөң маҡсаты - балаларға ла, өлкәндәргә лә иртәнге һәм төшкө ҡайнар аштарҙың иң сәләмәт һәм файҙалы ризыҡ икәнлеген аңлатыу. Ата-әсәләр блюдоларҙың сифатынан ҡәнәғәт ҡалды, мәктәп ашнаҡсылары юғары баһа алды.
- Зилә Әхмәт ҡыҙы, билдәле булыуынса, хәҙер дөйөм белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороуҙы район хакимиәте башлығы ҡарары менән төҙөлгән махсус комиссия ла өйрәнәсәк.
- Дөрөҫ. Комиссия үҙ эшен башланы ла инде: аҙна һайын мәктәп ашханаларына күсмә тикшереүҙәр ойошторола, ризыҡтарҙың раҫланған менюға тура килеү-килмәүе, төшкө аш залының, йыһаздарҙың, һауыт-һабаның санитар-техник торошо тикшерелә. Уҡыусыларҙың шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү шарттары, әҙер ризыҡтар таратыусы хеҙмәткәрҙәрҙең санитар кейеме булыуы һәм торошо, балалар туҡланғандан һуң аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарының күләме һәм төрө, һәм, әлбиттә, балаларҙың ниндәй ризыҡтарға өҫтөнлөк биреүе иғтибарға алына. Комиссия бер нисә мәктәптә эшләне, тупаҫ тәртип боҙоуҙар асыҡланманы.
Фәнүзә СУФИЯНОВА яҙып алды.